-7 °С
Ҡар
"Салауат Юлаев" менән "Северсталь" командалары араһындағы БР Кубогына хоккей матчында Өфө егете Данил Аймурзин да ҡатнашҡайны. Ул Череповецк клубында уйнай.
Осрашыуҙан һуң кейенеү-сисенеү бүлмәһендә егетте сюрприз көткән. Уның өләсәһе бер ҙур һауыт тултырып өсбоҫмаҡ бешереп ебәргән. Күстәнәс бөтә командаға еткән.
Былтыр был ике команда хоккейсылары менән алмашҡайны. Беҙгә ҡапҡасы Александр Самонов килде, ә Данил "Северстал"гә күсте.
Фото: "СЮ" хоккей клубы.