-6 °С
Болотло
SHOT телеграм-каналы яҙыуынса, мутлашыусылар яҡташыбыҙ, билдәле гимнаст Ләйсән Үтәшеваны алдаған. Ул ялған косметика өсөн ҙур суммала аҡса түләгән.
Ватсапҡа йәнәһе ЦУМ-дың генераль директоры исеменән хәбәр ебәрәләр. Имеш, уларҙа брендлы косметика 70 процентлы ташлама менән һатыла.
Ләйсән һәм уның таныштары күп итеп тауар ала. Әммә косметика ялған тауар булып сыға. Һөҙөмтәлә 127 мең һум аҡса "елгә оса".
Зыян күреүселәр полицияға ғариза яҙа.
Фото: Ләйсән Үтәшеваның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.