Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь , 15:30

Рәүфә Рәхимованың эшен ҡарау кисектерелде

Сөнки ул Төркиәгә киткән.

Рәүфә Рәхимованың эшен ҡарау кисектерелде
Рәүфә Рәхимованың эшен ҡарау кисектерелде

Өфөнөң Киров район суды интернет-киң мәғлүмәт саралары нәшерсеһе Рәүфә Рәхимоваға ҡарата эште уның яҡлаусыһының үтенесе буйынса 4 октябргә күсерҙе. Процесс бөгөн, 18 сентябрҙә, уҙырға тейеш ине, әммә Рәүфә Рәхимова ултырышҡа килмәне, сөнки әлеге ваҡытта ул Төркиәлә.

«Башинформ» агентлығына республика судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Анджелла Сафиуллинаның хәбәр итеүенсә, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.3.3 статьяһының 1-се өлөшө буйынса Рәхимова Рәүеф Гәрәй ҡыҙына ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы эште ҡарау («Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрен дискредитациялауға йүнәлтелгән асыҡ ғәмәлдәр») 4 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-ға планлаштырылған.

"Башинформ" агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәүфә Рәхимованың социаль селтәрҙәге бер нисә баҫмаһына экспертиза үткәреү нигеҙендә хоҡуҡ һаҡлау органдары медиаменджер махсус хәрби операцияға кире ҡараш һәм республика халҡында махсус хәрби операцияла ҡатнашыуҙан баш тартыу буйынса позиция булдыра тигән һығымтаға килде.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Ксения Калинина фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: