Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь , 10:15

2400-гә тиклем кешене ташый ала

Бөгөн, 21 сентябрҙә, республиканың иң билдәле турист йүнәлештәренең береһе буйынса 10 вагонлы ЭС104 “Финист” электр поезы юлға сыҡты.

2400-гә тиклем кешене ташый ала
2400-гә тиклем кешене ташый ала

 Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы «Башҡортостан ППК»-һы акционерҙар йәмғиәте менән берлектә Өфө – Белорет йүнәлешенә тиҙ йөрөшлө ҡала яны поездарының составын арттырыу буйынса әүҙем эш алып бара.

Бөгөн, 21 сентябрҙә, республиканың иң билдәле турист йүнәлештәренең береһе буйынса 10 вагонлы ЭС104 “Финист” электр поезы юлға сыҡты.

Уның максималь һыйҙырышлылығы 1200 кеше тәшкил итә. 10 вагонлы «Финист» электр поездарының икеләтә арттырылған составы 2400-гә тиклем кешене ташый ала.

- Туристар Башҡортостандың иң популяр урынына уңайлы шарттарҙа барып етә аласаҡ, - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Өфө – Белорет маршруты буйынса составты 10 вагонға тиклем арттырыу шулай уҡ 2024 йылдың 28-29 сентябренә лә планлаштырылған.

Ҡала яны поездары хәрәкәте графигы:

N 7485/7486/7488 Өфө (07: 07 ҡуҙғала) - Айғыр ( 11: 06 килеп етә, 11: 09 ҡуҙғала) - Белорет (12:36 килеп етә);

 N 7489/7491/7492 Белорет (17: 33 ҡуҙғала)  - Айғыр (18: 48 килеп етә, 18: 51 ҡуҙғала) - Өфө (22:19 килеп етә). Урындағы ваҡыт буйынса.

Белешмә.

“Финист” составы - тулыһынса Рәсәйҙеке, “Ласточка”-ның импортты алмаштырған аналогы. Бындай электр поездарҙы 2023 йылдан Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһындағы «Ульяновск локомотивтары» заводы сығара. Бында элек «Ҡарлуғас» етештерелгән. Яңы моделдең нигеҙендә - ватан тартыу ҡорамалдары, поезд сәғәтенә 160 км-ға тиклем тиҙлек менән йөрөй ала.   Ул эргономика һәм хәүефһеҙлек буйынса заманса талаптарға тулыһынса яуап бирә. Поезд уңайлы сәйәхәт өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған: һауаны зарарһыҙландырыусы климат-контроль системалары, видеокүҙәтеү һәм мәғлүмәт таблолары. Салонда мобиль ҡоролмаларҙы зарядлау өсөн USB-розеткалы уңайлы ултырғыстар ҡуйылған. Электр поезында өс санитар модуль бар, улар уңайлы бала төрөү өҫтәлдәре менән йыһазландырылған. Бынан тыш, “Финист” физик мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙарға тулыһынса яраҡлаштырылған, инвалид коляскаларын ҡуйыу өсөн урындар һәм улар өсөн күтәргестәр ҡаралған.

Мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/wall-178896926_24052

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: