Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь , 06:00

Ура, 11 көн ял итәсәкбеҙ!

Рәсми рәүештә тағы бер ял көнө барлыҡҡа килде.

Ура, 11 көн ял итәсәкбеҙ!
Ура, 11 көн ял итәсәкбеҙ!

Ишеттегеҙме, быйылғы 31 декабрь рәсми рәүештә ял көнө тип иғлан ителде. Был Яңы йыл байрамына әҙерлекте еңеләйтеү, ошо мәлде ғаилә менән бергә үткәреү маҡсатында шулай эшләнде. Ә дүшәмбегә тура килгән 30 декабрь өсөн шәмбелә, 28 декабрҙә эшләп ҡуябыҙ.

Тимәк, аҙнаһына биш көнлөк эш графигы буйынса эшләүселәр 29, 30, 31 декабрҙә ял итә. Быға өҫтәп, 1 - 8 ғинуарҙа яңы йыл каникулы була. Йәмғеһе быйылғы байрамда 11 көн ял бирелә.

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, оҙайлы каникул кешеләргә Яңы йылды байрам итергә генә түгел, алда торған эш осорона көс тупларға ла булышасаҡ. 

Ура! Эшләгән кешегә ял күп булмай инде ул. 

Эдуард Дилмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: