Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь , 20:15

Бергәләп коррупцияға ҡаршы!

2024 йылда Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы Халыҡ-ара ”Бергәләп коррупцияға ҡаршы!” йәштәр конкурсын ойоштора.

Бергәләп коррупцияға ҡаршы!
Бергәләп коррупцияға ҡаршы!

2024 йылда Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы Халыҡ-ара ”Бергәләп коррупцияға ҡаршы!” йәштәр конкурсын ойоштора.

Конкурста ҡатнашыуға 14 - 25 йәшлек йәштәр саҡырыла, уларға «Бергәләп коррупцияға ҡаршы” темаһына коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында үҙ идеяларын һәм ҡараштарын, шулай уҡ был йүнәлештә халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең ролен һәм әһәмиәтен сағылдырыусы эштәр әҙерләргә тәҡдим ителә.

Конкурс өс йәш төркөмөндә (10-15 йәш, 16-20 йәш, 21-25 йәш) «Иң яҡшы плакат», «Иң яҡшы һүрәт» һәм «Иң яҡшы видеоролик» номинациялары буйынса уҙғарыла.

Конкурс эштәре www anticorruption.life сайтында 2024 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителә.

Конкурсты үткәреү ҡағиҙәләре, ҡатнашыу шарттары һәм эштәрҙе баһалау критерийҙары www anticorruption.life сайтында урынлаштырылған.



Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: