2022 йылдың октябрендә Түбәнге Новгород өлкәһенән Өфөгә килгән 23 йәшлек Карина М. ювелир салонына эшкә урынлаша. Бер айҙан ул кис эш тамамланғанда магазиндан мең ярым ҡиммәтле биҙәүесте урлай һәм танышына тапшыра. Дөйөм зыян 12 миллион һумлыҡ була.
Юҡҡа сыҡҡан хеҙмәткәр тиҙҙән тотолдо һәм язаға тарттырылды. Ғәйепләүсе уны алты йылға хөкөм итеүҙе һораны. Ғәйебен таныған ҡыҙҙы суд биш йылға иркенән мәхрүм итте, шулай уҡ зыянды ҡапларға ҡушты.
Карина М. БР Юғары судына хөкөм ҡарарына апелляция биргәс, уға язаны өс айға кәметәләр. "Башинформ" хәбәр итеүенсә, әле Һамар ҡалаһындағы Алтынсы кассация суды был ҡарарҙы тикшергән һәм көсөндә ҡалдырған.
Тимәк, ҡыҙ 4 йыл да туғыҙ ай ғүмерен колонияла үткәрәсәк.
Фото: социаль селтәрҙән.