Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь , 10:00

"Әсәйемде һатам!"

47 йәшлек ир шундай иғлан биргән.

"Әсәйемде һатам!"
"Әсәйемде һатам!"

"Гәзиттәр уҡығанда “Әсәйҙе һатам” тигән яҙмаға күҙем төшөп, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Мәскәүҙәге Бауман районында булған хәл тураһында яҙылған ине унда.

Уҡып сыҡҡас, шаҡтай ваҡыт һушымды йыя алмай ултырҙым, унан яңынан уҡып сыҡтым. Йөкмәткеһе ҡыҫҡаса былай. Мәскәүҙең Бауман районында фатир һатыла, шундай уҡ торлаҡ менән сағыштырғанда хаҡы байтаҡҡа осһоҙ. Сәбәбе – фатир хужаһы, 47 йәшлек банкир ир, ғаиләһе менән Эквадор иленә күсенгән. Әммә бер мәшәҡәтле яғы бар: был өйҙә ирҙең 82 йәшлек әсәһе йәшәй. Һәм ул берҙән-бер торлағын һатыуға теше-тырнағы менән ҡаршы икән.

Ғүмер буйы институтта уҡытҡан, улын яңғыҙ үҫтергән әсә кеше хәҙер суд юлын тапай, ләкин еңелә икән. Баҡһаң, улы фатирҙы үҙ исеменә генә хосусилаштырған, ә ҡарт әсә унда хужа булыуға хоҡуҡһыҙ, пропискала ғына тора ти...

Фатирҙы әсәһе менән бергә һатып ебәреү өсөн банкир туғыҙ миллион һумлыҡ торлаҡты 6,5 миллион һумға һатыуға ҡуйған.

Әсә кеше улы менән икеһенең араһын килене боҙҙо тип һанай, сөнки шул ҡатын менән тора башлағас, улының әсәһе янына килеп тауыш ҡуптарыуы йышайған.

Әбейҙең иң ҡурҡҡаны - “ҡара риэлторҙар”. Уларҙың ошондай осһоҙ фатирҙарҙы һатып алып, торлаҡ эйәләренән ҡотолоу өсөн әллә ниндәй енәйәттәр ҡылыуы тураһында гел һөйләп, яҙып торалар бит..."

Миләүшә Хәйруллина. "Тормоштан алынғандар" төркөмөнән.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: