Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь , 17:50

Әсәһен туҡмап үлтергән мөртәткә ни яза?

Йөрөй алмаған әсәһен тәрбиәләп ялҡҡас...

Әсәһен туҡмап үлтергән мөртәткә ни яза?
Әсәһен туҡмап үлтергән мөртәткә ни яза?

Быйыл йәй Күмертау ҡалаһында төнөн иҫерек ир үҙенең 74 йәшлек әсәһен бик ҡаты туҡмай һәм йоҡларға ята. Өлкән йәштәге ҡатын ауыр сирләп, хәрәкәтләнә алмаған булған. Был улының асыуын килтергән. 40-тан ашыу тапҡыр йоҙроҡ эләккән бисара шул төндә вафат була.

Улы иртән уянғас, әсәһенең тын алмағанын күрә һәм үҙенең ике туғанына шылтырата. "Ашығыс ярҙам" табиптары, полиция килә.

Бығаса ла бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән ирҙе суд көтә. Ул өлөшләтә ғәйебен таныған. 

Фото: БР буйынса Тәфтиш комитеты.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: