"Юлдаш" радиоһы коллективы бөгөн Ишембай ҡалаһында эшләй. Уларҙы өлкән йәштәге граждандарға һәм инвалидтарға стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә көтөп алдылар.
Бында күптән түгел бинаны ремонтлағандар. Өләсәйҙәр һәм олатайҙар үҙҙәренең яңыртылған йортонда уларҙың көндәлек тормошон эфир аша музыка, шаяртыуҙар һәм уйындар биҙәгән кешеләр менән осрашыуға шат.
Радио хеҙмәткәрҙәре Музыка һәм Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөн бергә үткәреү өсөн күстәнәстәр һәм ҙур булмаған концерт алып килгән. Хәбәрселәр бында йәшәгәндәр менән аралашып ҡына ҡалманы, ә яҙмыш ихтыяры менән бында килеп эләккән кешеләрҙең тормош тарихтарын, хеҙмәт батырлыҡтарын яҙып алды.
Интернатта оло йөрәкле кешеләр эшләй. Улар тәрбиәләнеүселәре өсөн туғанға әйләнеп бөткән. Ә был сараның инициаторы - социаль эш буйынса белгес Сәлимә Ишмөхәмәтова.
"Теге өсәү" һәм "Юлдаш" радиоһының популяр алып барыусылары, журналистары менән осрашыу махсус интернатта йәшәүселәрҙең күңелдәрендә онотолмаҫлыҡ яҡты тәьҫорат ҡалдырҙы. Үҙ-ара аңлашыу, аралашыу, дуҫлыҡ байрамы "халыҡ" радиоһы хеҙмәткәрҙәренең дә хәтерендә оҙаҡҡа ҡаласаҡ һәм ғүмерҙең тиҙ үтеүе, һүнмәҫ хистәр, кеше бурысы тураһында иҫкә төшөрөп торасаҡ.
Сығанаҡ: "Юлдаш" радиоһы.