Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь , 13:00

"Ҡатыным ике тапҡыр ДНК яһаттырҙы"

Фидан Ғафаров ни өсөн яңғыҙы йәшәүе тураһында һөйләгән. 

"Ҡатыным ике тапҡыр ДНК яһаттырҙы"
"Ҡатыным ике тапҡыр ДНК яһаттырҙы"

Яратҡан йырсыбыҙ, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров хәләл ефете Фәриҙә ханым иҫән сағында уның ситтә ҡыҙы барлығын нисек ҡабул итеүе тураһында һөйләгән.

– Йөрәгемдә һағыш бар, Фәриҙәмде һағынам. Ул бик аҡыллы ҡатын ине. Ғүмере буйына мине яратып, хөрмәт итеп, ижадыма ярҙам итеп йәшәне. Әхирәттәре уға йыш ҡына мине бының менән йөрөй, тегенең менән осраша тип һөйләй ине, ул сер бирмәне. “Фидан - күренекле артист, уны ҡатындар, ҡыҙҙар һәр ваҡыт яратасаҡ, мин уны барыбер яратам”, – тип әйтә ине. Күңелемдә әле лә башҡаларға урын юҡ, ул ғүмеремдең аҙағына тиклем йөрәгемдә, – тигән ул.

Фидан Ғафаров әйтеүенсә, уның көндәлек тормошо дауам итә. Позитив тулҡында йәшәйем, дуҫтарым күп, улар менән аралашам, тигән.

– Көн һайын йәйәү йөрөйөм, инде 20 йыл алкоголь ҡулланғаным юҡ. Балаларымды ныҡ яратам, ейәндәрем күңелемде дауалай. Азамат менән бер театрҙа эшләйбеҙ. Уның икенсе ғаиләһе, өс ҡыҙы, бер улы бар.

Азамат Самира һеңлеһе өсөн өҙөлөп тора. Уны ярата. Ҡыҙыма әле 14 йәш, туғыҙынсы класта уҡый.

Ситтә тыуасаҡ бала тураһында белгәс, иң тәүҙә Фәриҙәгә әйттем. Баланың минеке икәнлегенә шикләнмәнем, ә бына Фәриҙә ышанманы. Хатта ике тапҡыр ДНК яһаттырҙы. Ул да Самираны яратты.

Ҡыҙым менән уның әсәһенә әле лә ярҙам итәм. Жуковола ике ҡатлы коттеджда йәшәйҙәр. Һәйбәт мәктәптә уҡый, алып барам, алып ҡайтам.

Ләкин яңынан өйләнергә теләмәйем. Сәбәбе ябай – кемгәлер яраҡлашҡым килмәй. Эске тәбиғәтем шундай. Мине үҙгәртеп булмай. Фәриҙә кеүек аҡыллы ҡатын башҡаса юҡ, – тигән халыҡ артисы.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: