Сентябрь дауамында Башҡортостанда 112 юғалған кешене эҙләү эштәре алып барылған.
«Лиза Алерт» ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, операция һөҙөмтәләре төрлөсә.
Бер яҡтан, ирекмәндәр һәм профессиональ ҡотҡарыусылар тырышлығы менән юғалған кешеләрҙең күпселегенең ҡайҙалығын асыҡлау мөмкин булған. 83 кеше иҫән килеш табылған һәм ғаиләләренә ҡайтҡан.
Әммә фажиғәле осраҡтар ҙа булған. Эҙләнгән бишәү үле килеш табылған.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: эҙләү бер көнгә лә туҡталмай дауам итә. Әлеге ваҡытта республикала 16 кешенең яҙмышы билдәһеҙ булып ҡала. Шул иҫәптән март аҙағында юғалған үҫмер Дамир Әҙеһәмовтыҡы ла...
Фото: Лиза Алерт.