Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь , 19:00

Ыҙалайҙар бит, ярҙам итәйек

Бөрйән тәбиғәтенә һоҡланабыҙ, сәйәхәткә барып торабыҙ. Хәҙер уларға беҙҙең ярҙам кәрәк!

Ыҙалайҙар бит, ярҙам итәйек
Ыҙалайҙар бит, ярҙам итәйек

Беҙгә Бөрйән районының Килдеғол ауылы халҡы мөрәжәғәт итте. Уларға битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамы кәрәк.

Эш шунда: был төпкөл ауылда юғары тиҙлекле интернет юҡ, мобиль элемтә лә йүнләп эшләмәй. Шул сәбәпле элемтәһеҙ ауыл халҡы ныҡ ыҙалай. Бына нимә тип яҙа улар:

"Килдеғол - Бөрйән районының иң матур ауылдарының береһе. Уны мәғрур ҡая-ташлы тауҙар уратҡан. Үҙәненән көмөш һыулы, саф Һарағы йылғаһы аға. Ауылда 124 хужалыҡ бар. 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Туғыҙ йыллыҡ мәктәп, медпункт, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы - барыһы ла бар. Шуныһы ҡыҙғаныс, гөрләп эшләп торған "Урал" колхозы ғына бөттө. Ләкин тынғыһыҙ халыҡ бер ҙә тик ятмай. Шәхси эшҡыуарлыҡтар барлыҡҡа килде. Улар ағас эшкәртеү цехтары асып, ир-егеттәргә эш урындары булдырҙы. Күптәре мал үрсетеп, уның файҙаһын күрәләр. Ит, һөт ризыҡтары һатып та тырышып донъя көтәләр. Ауылда тик тырыштар ғына йәшәй алалыр. 

Ауыл гөрләп торһа ла, бер етешһеҙлек ныҡ борсой ауыл халҡын. Ул да булһа, сымһыҙ телефон элемтәһенең булмауы. Балалар ҡырҙа уҡый. Ара йыраҡ. Хәлдарен белешеп торорға ла кәрәк. Төпкөл ауылда өй телефоны бөтәһендә лә юҡ. Ҡапыл берәй ергә шылтыратыр булһаң, элемтә булмауы бик ауыр.

Беҙҙең аһ-зарыбыҙҙы ишетеүсе, ярҙам итеүсе булыр тигән өмөттәр менән Бөрйән районының Килдеғол ауылы халҡы".

Әле килеп улар ошо проблеманы хәл итергә теләй. Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы һайлап алыуында ҡатнашалар. Уның буйынса илдең төпкөлдә урынлашҡан бәләкәй ауылдары, утарҙары, ҡышлаҡтарына юғары тиҙлекле интернет үткәрелә.

Бөрйән районының Килдеғол ауылы халҡы, башҡа ауылдар менән рәттән, әле ошо эштә ҡатнаша. Әммә бөгөнгә 127 генә тауыш йыйылған, сөнки тауыш биреү "Госуслуги"/"Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша бара, ә бәләкәй ауылдағы өлкән йәштәгеләр унда теркәлмәгән. Йәштәр аҙ. Ә интернет үтһен өсөн кәмендә 300-400 тауыш йыйырға кәрәк.

Әгәр килдеғолдар 17 ноябргә тиклем кәрәкле тауышты йыйып өлгөрһә, улар киләһе йыл интернетлы буласаҡ. Әйҙәгеҙ уларға ярҙам итеп ебәрәйек - "Госуслуги" аша инеп тауыш бирәйек! 

Ошо һылтанма аша: https://www.gosuslugi.ru/inet

Фото: Килдеғол ауылы архивынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: