ГИС ЖКХ базаһындағы ҡушымта фатир хужаларына йорт менән мобиль ҡорамал аша идара итергә ярҙам итә: иҫәп-хисап приборҙары күрһәткестәрен тапшырырға, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә, ғаризалар бирергә, йыйылыштарҙа тауыш бирергә, капиталь ремонт пландарын өйрәнергә, идарасы ойошманың отчеттарын контролдә тоторға. Уның ҡулланыусылар һаны илдә алты миллион кешенән артҡан, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында - 170 мең кеше.
– Ҡушымтаның ҙур өҫтөнлөгө - ул Тиҙ түләүҙәр системаһы аша коммуналь хеҙмәттәргә комиссияһыҙ түләү мөмкинлеге. Ҡушымтала айырым теркәлеү талап ителмәй, уға инеү Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы аша башҡарыла. Күсемһеҙ милек, иҫәп приборҙары һәм иҫәп-хисап тураһында мәғлүмәттәр автоматик рәүештә барлыҡҡа киләсәк, - тип билдәләне Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.
"Дәүләт хеҙмәттәре.Йорт" ҡушымтаһы даими яңыртыла. Сентябрҙә идарасы ойошмаға күршеләр менән берлектә мөрәжәғәттәр ебәрергә мөмкинлек биргән коллектив ғариза функцияһы өҫтәлде.
- Торлаҡ ҡануниәтенә ярашлы, йыш ҡына айырым мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн милекселәрҙең коллектив ҡарарҙары кәрәк. Шуға күрә сентябрҙә "Дәүләт хеҙмәттәре.Йорт" ҡушымтаһына яңы функция өҫтәлә - коллектив заявка. Һәм беҙ уның милекселәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡанын күрәбеҙ. Һуңғы өс аҙнала ҡушымта аша булдырылған ғаризаларҙың яҡынса 10 проценты – коллектив менән, – тип билдәләне РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Константин Михайлик.
Йыл аҙағына тиклем "Дәүләт хеҙмәттәре.Йорт" ҡушымтаһын ҡулланыуҙа шәхси торлаҡ йорттар хужаларына мөмкинлектәрҙе артттырыу планлаштырыла. Ҡушымтаны һылтанма буйынса күсереп алырға мөмкин:
https://redirect.appmetrica.yandex.com/serve/28200392928068854
Фото: https://www.gosuslugi.ru/mp_dom