Йәмғиәт
9 Октябрь 2024, 09:30

"Беҙҙең Башҡортостан" фотокүргәҙмәһе асыла

Иртәгә "Китап" магазинына килегеҙ.

"Беҙҙең Башҡортостан" фотокүргәҙмәһе асыла"Беҙҙең Башҡортостан" фотокүргәҙмәһе асыла
"Беҙҙең Башҡортостан" фотокүргәҙмәһе асыла

10 октябрҙә, Республика көнө алдынан, Өфөләге «Китап» магазинында «Беҙҙең Башҡортостан» (6+) фотокүргәҙмәһен асыу тантанаһы була. Эштәрҙең авторҙары - профессиональ фотографтар, шулай уҡ «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто, башҡа республика һәм ҡала баҫмалары хәбәрселәре.

Һөнәре буйынса улар Башҡортостан буйлап күп сәйәхәт итә, фотоларҙа тыуған яҡтың үҙенсәлекле тәбиғәтен, унда йәшәгән халыҡтың йолаларын һәм көнкүрешен һүрәтләй.

«Беҙҙең Башҡортостан» фотокүргәҙмәһе өфөләргә һәм ҡала ҡунаҡтарына республиканы яңы ракурстарҙан күрергә һәм уның территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың йолалары һәм мәҙәниәттәренең төрлөлөгөнә, тауҙар һәм далаларҙың, йылғаларҙың һәм күлдәрҙең матурлығына хайран ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.

Экспозиция «Китап» магазинында (Ленин урамы, 26) кесаҙна көндөҙгө сәғәт 1-се яртыла асыла. Ул бер ай дауамында эшләйәсәк. Инеү ирекле.

Эш көндәрендә магазин 10.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем, ял көндәрендә 10.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2024-10-09/v-ufe-otkryvaetsya-fotovystavka-nash-bashkortostan-3960918

Иллюстрацияны фотокүргәҙмәне ойоштороусылар тәҡдим итте.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас