+20 °С
Ямғыр
Бөгөн Башҡортостанға Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Денис Пушилин етәкселегендә төбәктең рәсми делегацияһы килде. Мостай Кәрим исемендәге "Өфө" халыҡ-ара аэропортында почетлы ҡунаҡтарҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡаршы алды.
ДХР делегацияһы 10 октябрҙә башланасаҡ Республика көнө сиктәрендәге сараларҙа ҡатнаша. Бынан тыш, программала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу. Яҡтар үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында һөйләшәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.