Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь , 21:25

"Мине элек ялҡау тиерҙәр ине..."

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән! Һеҙ - геройҙар! Нурия апайҙың яҙмаһын уҡығыҙ.

"Мине элек ялҡау тиерҙәр ине..."
"Мине элек ялҡау тиерҙәр ине..."

Нурия Ғәбделмәнова Әлшәй районында йәшәй. Күп бала әсәһе. Ҡыҫҡаһы, һеҙҙең кеүек, күпте күргән, уңған, тырыш ауыл ҡатындарының береһе. Бөгөн, Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө айҡанлы, иғтибарығыҙға уның ҡыҙыҡлы яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.

"Тап беҙҙең хаҡта, ҡатын-ҡыҙҙар тураһында, классик Некрасов, улар сабып барған атты туҡтатыр, янған өйгә инер, тип әйткән. Эйе, беҙ, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, шундай. Беҙҙең, һинд аллаһы кеүек, тиҫтәләгән ҡулыбыҙ бар, бөтә нимәгә лә оҫтабыҙ. Балалар ҙа, йорт та, мал да, эш тә ҡаҡса иңдәребеҙгә ятҡан.

Ә элек мине ялҡау тиерҙәр ине. Мин рәхәт шарттарҙа үҫтем, һыйырҙы - һүрәттәрҙә генә, һарыҡты - күршеләрҙә, аттарҙы тере килеш Рәсәйҙә генә күрҙем, утын ҡырҡманым, ярманым. Ҡаймаҡ ашаным, ә уны нисек эшләүҙәрен белмәнем. Өйҙә бөтә шарттар ҙа булды: һыу ҙа, ванна ла, бәҙрәф тә. Шуға күрә ауыл тормошоноң бөтә нескәлектәренә төшөнөргә кәрәкмәне.

Әммә тормош - бик яҡшы уҡытыусы. Ул һине шундай итеп тәкмәстерәсәк, шунда уҡ барыһына ла өйрәнергә теләйәсәкһең. Һыйыр ҙа һауырға, һарыҡ йөнөн дә алырға, эсәк тә йыуырға, ҡаҙ ҙа йолҡорға, утын да ҡырҡырға, бесән дә әҙерләргә һәм кәбән дә һалырға...

Тәүге тапҡыр һыйырҙы 1995 йылда һауҙым. Беҙ бында йәшәргә күскәс, ҡайынһеңлеләрем ҡәйнәмә: "Һыйыр һауыуыңды туҡтат, һинең киленең бар, ул һауһын", - тине. Ә мин нимә, һауа беләмме ни? Һыйыр аҫтында ултырып иланым, ҡулдарым тыңлашманы. Ҡәйнәнең һыйырҙарының холҡо ла яман булды. Береһенең елене усыма һыймай, ә икенсеһенеке таш кеүек, өҫтәүенә был һыйыр янына ултырырға ла рөхсәт итмәй. Ултырғаныңды күргәс тә, маңлайыңа тибә, һәм һөт һалынған биҙрә осоп китеп стенаға бәрелә. Һыйырҙы иңкәйеп һәм тубыҡланып ҡына тороп һауып алабыҙ. Ярай әле ул саҡта килендәшем Розалия ярҙамға килде. Иртән инде ҡәйнәм минең менән бергә сыҡты...

Быға тиклем бер ҡасан да мейес яҡҡаным булманы, өйрәнергә тура килде. Әлбиттә, бер-ике тапҡыр саҡ төтөнгә тонсоҡманыҡ... Һуңынан ирем өйҙә булмағанда утын ярырға ла өйрәндем. Өйгә һыу ташыйһың, һуңынан уны сығарып түгәһең... Шулай көн буйы йүгерәһең.

Мейестә икмәк тә бешерҙем: таш кеүек ҡаты печеньелар һәм күмергә әйләнгән бәлештәр ҙә булманы түгел. Ат менән идара итергә, уны егергә лә, туғарырға ла өйрәнергә тура килде. Ҡайҙа бараһың инде, эштән һөтөн, иген-фуражын ҡул менән һөйрәп алып ҡайтырға теләмәһәң. Ә был һөттө алып ҡайтырға ғына түгел, эшкәртергә лә кәрәк ине: ҡаймаҡ, эремсек, бөтә тирә-яҡ һөттә, банкаларҙа... Быларҙың барыһын да Раевкаға һатырға алып бараһыңАҙаҡ өйгә һатып алған аҙыҡ-түлекте алып ҡайтаһың.

Һәм был - һәр ауыл ҡатын-ҡыҙының яҙмышы. Беҙ шулай йәшәнек, балалар үҫтерҙек. Шуға күрә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары күп төрлө һәләткә эйә, барыһын да белә, тием. Бөтә Рәсәй - ҡатын-ҡыҙҙарҙың иңендә.

Байрам менән, ҡәҙерле ауыл ҡатын-ҡыҙҙары! Һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым! Уңыш - мул, мал-тыуар - түлле һәм имен, тәбиғәтебеҙ - бай, ә күңелебеҙ йомарт булһын, ирҙәребеҙ һүҙебеҙгә ҡолаҡ һалһын һәм беҙҙе яратһын. Һеҙгә изге, мәрхәмәтле йөрәк, көс-дәрт, уңыш һәм муллыҡ теләйем".

Фото: https://vk.com/nuriya75

"Мине элек ялҡау тиерҙәр ине..."
"Мине элек ялҡау тиерҙәр ине..."
"Мине элек ялҡау тиерҙәр ине..."
"Мине элек ялҡау тиерҙәр ине..."
"Мине элек ялҡау тиерҙәр ине..."
"Мине элек ялҡау тиерҙәр ине..."
"Мине элек ялҡау тиерҙәр ине..."
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: