Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь , 12:00

"Беҙҙең әсәй балаларын түгел, ирен һайланы..."

Ишеккә арҡыры торҙо, ә атайым уны этә башлағас, алдында тубыҡланды.

"Беҙҙең әсәй балаларын түгел, ирен һайланы..."
"Беҙҙең әсәй балаларын түгел, ирен һайланы..."

Ирегеҙ менән балағыҙ араһында һайларға тура килһә, кемде һайлар инегеҙ? Тәүҙә барыһы ла бала тиер, яңылышаһығыҙ. Ирҙе һайлағандар ҙа бар. Бының нормаль хәл булыуын йылдар үткәс аңланым.

Мин дә баламды һайлар инем. Ә беҙҙең әсәй киреһенсә ине. Атайым беҙҙе ташлаған көндө әле лә хәтерләйем. Әсәйем ул йыйған әйберҙәргә барып йәбеште. Атайым уларын тартып алып киткәс, ишеккә арҡыры торҙо. Атайым уны этә башлағас, уның алдында тубыҡланды.

Миңә 15 йәш, ете йәшлек ҡустым ярһып илай. Атайым аяҡтарын ҡосаҡлаған әсәйемдән ысҡына алмай сәбәләнә, психлана, һүгенә. Йүгереп барып әсәйемде көсләп тартып алдым уның юлынан. Әсәйем минән ысҡынып, уның артынан тағы йүгерҙе. Ярай атай машинаһына ултырып китә һалды.

Ошонан һуң әсәйем өндәшмәҫ булды. Беҙҙе күрмәне лә шикелле. Беҙҙең менән ҡыҙыҡһынманы ла. Көндән-көн ябыға барған әсәйемде дауаханаға һалдылар. Ике айҙан ул үлеп тә ҡалды. Шат йылмайып йөрөгән ҡатын иренең икенсе ҡатынға сығып китеүен күтәрә алмай, ҡапыл ауырып үлде. Рак тинеләр. Унан алда бер ҙә ауырымаған кеше ине. Күрәһең, ныҡ стресс булған.

Мин ҙур булғас, быларҙың барыһын аңлай инем һәм әсәйгә асыулана инем. Ҡустымды атай үҙенә алып ҡайтһа ла, ул кире йүгереп килде. Мин училищела уҡый инем. Үҫмерлек осоро ҡустымдың бигерәк ауыр булды. Артынан йөрөмәгән притон ҡалманы. Хәҙер армияла, аҡыл ултырып ҡайтыр тип ышанам инде.

Атай алимент түләп торҙо. Тик беҙҙең аралар һалҡынайҙы. Үҙем әсәй булғас, әсәйемде ғәйепләүҙән туҡтаным. Ысынлап та, кемдер ирен ныҡ ярата, кемдер - балаһын. Быны бер нисек тә көсләп үҙгәртеп булмай.

Шулай ҙа беҙ, әсәйҙәр, балалар өсөн күберәк яуаплы булып өйрәнгәнбеҙ. Күптәр шулай әммә ирҙәрен нығыраҡ яратып, улар өсөн үлергә әҙер булғандар ҙа бар. Тормош был.

Әсәйемдең был донъяны ташлап киткән көнө бөгөн. Шуға эсем бошоп, уйланып киттем.

Сығанаҡ: https://vk.com/bashdonya

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: