Дәүләкән районынан ҡатын-ҡыҙ улына алимент түләмәй, бурысы йыйылып киткән. Эскелек менән мауығып балаһын бөтөнләй онотҡан.
Ҡатынды табып, суд ҡарары менән мотлаҡ йәмәғәт эштәренә йәлеп иткәндәр. Ҡарар менән танышҡандан һуң кәкүк-әсәй ҡасҡан. Ул республиканың районынан районына йөрөп, ваҡытлыса эшкә урынлашҡан: фермерҙарҙа көтөү көткән.
Суд приставтары бер фермерҙан ҡатындың Дәүләкән районында икәнлеген белгән. Бергә йәшәгән иренең өйөнә барғас, уныһы яңғыҙ йәшәгәнен белдергән. Боролоп сығыр барған приставтың ҡарашы шкафҡа төшә. Нимәлер һиҙенеп, уны асҡас, ҡатындың шунда йәшенеп ултырғаны билдәле була.
Кәкүк-әсәйҙе тотоп, ете тәүлеккә административ тәртип боҙоусылар камераһына ултыртып ҡуйғандар. Хәҙер уға енәйәт эше лә асасаҡтар.
Бала йәл...
Сығанаҡ: https://vk.com/novostibashkiria