7-10 ноябрҙә Өфөлә Волга буйы федераль округы студенттары отрядтарының 14-се слеты — округтың бөтә төбәктәре студенттар отрядтарын берләштергән традицион сара үтәсәк. Быйыл ул йәнә өсөнсө хеҙмәт семестры сиктәрендә төбәк бүлексәләре эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау өсөн майҙансыҡ буласаҡ.
Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән: Башҡортостан, Мари Иле, Мордовия, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан республикаларынан, Киров, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Пенза, Һамар, Һарытау, Ульяновск өлкәләренән һәм Пермь крайынан меңдән ашыу студент отрядтары вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә.
Ҡатнашыусылар үҙҙәрен профессиональ конкурстарҙа күрһәтә аласаҡ, студенттар отрядтарының төрлө йүнәлештәре буйынса иң яҡшылар исеменә ярышасаҡ: төҙөлөш отрядтары, медицина, ауыл хужалығы, үҫмерҙәрҙең хеҙмәт отрядтары һәм башҡалар. Слет сиктәрендә шулай уҡ «Волга буйы федераль округы студенттар отрядтарының “мисс һәм мистеры” конкурстарында, юмор фестивалендә иң яҡшылар билдәләнәсәк. Иң уңышлы төбәктәр, белем биреү ойошмалары һәм студенттар отрядтары асыҡланасаҡ.
Сара шулай уҡ партнерҙар һәм предприятиелар менән яңы бәйләнештәр булдырыу өсөн платформа буласаҡ, был студотряд ҡатнашыусылары өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Өфөлә Волга буйы федераль округы студенттар отрядтарының 14-се слетын үткәреү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды булышлығында ойошторолдо. Волонтерҙар корпусы Өфө ҡалаһы ирекмәндәренең һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының “Изгелек үҙәк”тәре менән берлектә ойошторола.
Фото рәсми сығанаҡтан.