Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь , 13:00

Йырсы Искәндәр Ғәзизов улына исем һайлаған

Октябрҙең һуңғы көндәрендә талантлы яҡташыбыҙҙың ғаиләһендә ҡыуаныслы хәл булғайны.

Йырсы Искәндәр Ғәзизов улына исем һайлаған
Йырсы Искәндәр Ғәзизов улына исем һайлаған

Уҙған ай аҙағында йырсы Искәндәр Ғәзизовтың улы тыуҙы. Был ҡыуаныслы ваҡиға тураһында яҙғайныҡ.

Әле ғаиләнең сабыйҙарына исем уйлауы билдәле булды. Кисә Искәндәр Ғәзизов үҙ сәхифәһендә улына Эльмир тип ҡушыуҙары тураһында хәбәр иткән.

"Аллаға шөкөр. Төклө аяғың менән, Ғәзизов Эльмир Искәндәр улы" тип яҙған ул, бала табыу йортонан ҡатыны Элинаны һәм сабыйҙы ҡаршы алыуҙағы фотографиялары менән уртаҡлашып.

Бәпес имен-аман үҫһен! Беҙ ҙә ихлас шатланабыҙ!

Фото: https://vk.com/iskandar1984

 

Йырсы Искәндәр Ғәзизов улына исем һайлаған
Йырсы Искәндәр Ғәзизов улына исем һайлаған
Йырсы Искәндәр Ғәзизов улына исем һайлаған
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: