Күгәрсен районының Бикес ауылында бөгөн ике күркәм ваҡиға үтте. 1812 Йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға иҫтәлекле стела яңыртылды һәм биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгенә нигеҙ һалыусы Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды
Стелала 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемдәре мәңгеләштерелгән. Сара ил азатлығы өсөн ғүмерен аямай яуҙа ятып ҡалған батырҙар рухына аят уҡыуҙан башланды.
Бәләкәй генә Бикес ауылы үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота. Был көндө биология фәндәре докторы, «Башҡорт балы» брендының үҫешенә һәм танылыуына ҙур өлөш индергән Әмир Ишемғоловтың ата-әсәһе йортонда уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ та асылды. Яҡташтарҙы иҫкә алыу, улар тураһында иҫтәлекте мәңгеләштергән ваҡиғала Башҡортостан Республикаһы Башлығы идаралығы советнигы Рөстәм Баянов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, Ҡыпсаҡ ырыуы етәксеһе Әхәт Сәлихов, Әмир Ишемғоловтың туғандары сығыш яһаны. Иҫкә алыу тантанаһында Әмир Миңләхмәт улының әсәһе, туғандары, яҡындары, шулай уҡ хеҙмәттәштәре ҡатнашты.
Был ике проектты тормошҡа ашырыу Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында мөмкин булды.
Мәғлүмәт Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужиндың социаль селтәренән.