Беҙ бик матур хәбәр алдыҡ. Өләсәһе менән олатаһы тураһында Гөлфидә Ҡашҡарова яҙған уны.
"Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәүсе Ҡолhарина Рәзифә Фәтҡулла ҡыҙы, 84 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙарына барып, ҡаҙ өмәһендә ҡатнаша һәм ярҙам итешә. Шул тиклем дәртле, итәғәтле, ипле үтә лә ярҙамсыл өләсәйем. Ҡартатайым менән биш ҡыҙ үҫтереп, бергә-бергә ҡыҙҙарына ҡунаҡҡа йөрөп яталар.
Өләсәйем ошо йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, әле лә йүгереп йөрөй, ҡулынан килмәгән эше юҡ, бер ваҡытта ла уның ҡулынан эш төшмәй. Уларҙың алты ейәнсәре, дүрт ейәне һәм 11 бүлә-бүләсәре бар.
Мин шул тиклем өләсәйем һәм ҡартатайым менән ғорурланам. Уларҙың тәрбиәһендә үҫеп, ышаныстарын аҡлап, әлеге көндә аяғымда ныҡлы баҫып торам, Аллаға шөкөр!
Күпме генә рәхмәт һүҙҙәрен әйтһәм дә уларға, аҙ кеүек тойола. Ә өләсәйем алдында мин һәр ваҡыт рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, баш эйәм. Иң мөһиме, уға һаулыҡ, бәхетле, оҙон ғүмер, ҡартатайым менән оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйем!
Ейәнсәре Гөлфидә Ҡашҡарова".
Яҡындарына йылы, матур һүҙҙәрен йәлләмәгән, рәхмәтле була белгән ейәнсәргә рәхмәт!
Фото: ғаилә альбомынан.