Кисә төндә "На-на" төркөмөнөң элекке солисы Владимир Левкин вафат булған. Уға 57 йәш ине. Был хаҡта уның ҡатыны социаль селтәрҙә хәбәр иткән - "Ос һин, ҡояшым" тигән яҙыу менән иренең фотографияһын һалған.
Йәш артистың баш әйләнерлек карьераһы 1989 йылда яңы төркөмгә солист итеп алыныуҙан башлана. Тәүге состав гастролдәр менән бөтә илде урап сыға, өҫтәренә дан һәм аҡса яуа. 10 йылдан контракты бөткән Левкин коллективтан китә. Уның ғаиләһенә күберәк ваҡыт бүлгеһе килә.
Әммә иң ауыры алда була. 2003 йылда уға дүртенсе стадиялағы лейкоз - ямаш шеш диагнозы ҡуялар. 36 йәшлек артист оҙайлы һәм ҡатмарлы дауалана. 10 йылдан яман шеш ҡабат баш ҡалҡыта. Был юлы ла артист уны еңә.
Яңыраҡ музыкант тағы дауаханаға эләгә. Әйтеүҙәренсә, пневмония менән. Лейкоз да киҫкенләшеп, Левкин реанимацияға урынлаштырылған, тиҙәр. Рәсми рәүештә үлем сәбәбе хәбәр ителмәй.
Владимир Левкиндың вафат булғанын ишеткәс, күп кенә артистар ҡайғы уртаҡлашты. Музыкант Игорь Николаевтың ҡатыны Юлия Проскурякова, 10 ноябрҙә генә фильм премьераһында осрашыуҙарын билдәләп: "Бөгөн яҡшы кеше - изгелекле, асыҡ, ижади, ысын кеше вафат булды", - тигән.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.