Өфөлә Шакша күперенең бер өлөшө буйлап хәрәкәтте, планлаштырылғанса, 24 ноябрҙә сәғәт 00-дә асырға ниәтләйҙәр. Ағиҙел йылғаһы аша был күперҙе капиталь ремонтлау "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы башҡарыла.
-23 октябрҙән күперҙә иретеп йәбештереү эштәрен үткәргәндә конструкцияларҙың тирбәлеүен булдырмау өсөн күпер буйлап хәрәкәт тулыһынса ябылғайны. Эштәр графикка ярашлы алып барыла. 18 ноябргә иретеп йәбештереү эштәре тамамланып килә, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
Күперҙе ябыу осоронда Шакша һәм Иглин биҫтәләре халҡының транспорт менән йөрөүен тәьмин итеү өсөн автобустар һәм электричкалар хәрәкәте төҙөлгән. Бынан тыш, Шакша күперен урап үтергә мөмкин: ҡалаға М-5 трассаһы буйлап Көнсығыш сығыу юлынан, Нуғай шоссеһы һәм Өфө - Аэропорт трассаһы аша инеп була.
Күпер буйлап хәрәкәтте тулыһынса 2024 йылдың аҙағында асыу планлаштырыла.
#минтрансрб #БКД