Йәмғиәт
20 Ноябрь 2024, 07:50

12 йәшлек ҡыҙҙарҙы электрошокер менән язалағандар

Өфөлә уҡыусы ҡыҙҙар уйнарға барған. Әммә унда уларҙы ни көткәнен белмәгән... Һөҙөмтәлә бер үҫмер дауаханаға эләккән. 

12 йәшлек ҡыҙҙарҙы электрошокер менән язалағандар12 йәшлек ҡыҙҙарҙы электрошокер менән язалағандар
12 йәшлек ҡыҙҙарҙы электрошокер менән язалағандар

Баш ҡалабыҙҙа уҡыусылар компанияһы йәштәр араһында модала булған хоррор-квест уйынына барған. Ул төрлө ҡурҡыныс мөхиттә ҡаршылыҡтарҙы үтеүҙе аңлата. 

Әммә ойоштороусы артығын ҡыланып ташлай: 12 йәшлек ҡыҙҙарға электрошокер ҡуллана, шулай уҡ берәүһенең башын стенаға бәрә. 

Саранан һуң уҡыусыларҙың береһе медицина ярҙамына мохтаж була. Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Ҡурҡыныс уйын тигәс тә, һаулыҡҡа зыян килтереүҙе аңлатмай бит ул.

Тәфтишселәр инцидент булған урында хеҙмәткәрҙәрҙән һорау ала, уйындың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тап килеү-килмәүен тикшерә.

Фото: t.me/sledcom02

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас