Рәсми статистикаға ярашлы, Башҡортостанда бөгөнгә 141 асарбаҡ һанала. Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова шулай тип хәбәр итте. Ул был һандың күберәк булыу ихтималын да инҡар итмәне. "Иҫәп алыусылар бөтә берәҙәктәрҙе лә билдәләй алмай", - тине.
Министр әйтеүенсә, республикала асарбаҡтарға ярҙам итеү юлдары бар һәм уларҙың һанын кәметеү саралары күрелә. «Переправа» социаль адаптация үҙәге, «Пункт обогрева» проекты эшләй. Шулай уҡ УФСИН һәм мәшғүллек үҙәктәре элекке хөкөм ителеүселәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса хеҙмәттәшлек итә: һуңғы дүрт йылда был һан 40 процентҡа артҡан.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.