Йәмғиәт
23 Ноябрь 2024, 10:30

“Йәшмә өҫтөндәге ҡала”ға килегеҙ!

Башҡортостанда йәшмә Урал аръяғындағы Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла ерҙәрендә генә таралған. Республикабыҙҙан тыш, Көньяҡ Уралда Мейәс һәм Орск яҡтарында бар. Иң матурҙары – Орск төбәгендә. Шуныһы ҡыҙыҡлы: һәр тауға, бер урынға ғына хас йәшмә билдәле. Бер ерҙә табылғаны икенсе төбәктеке менән бер түгел.

“Йәшмә өҫтөндәге ҡала”ға килегеҙ!“Йәшмә өҫтөндәге ҡала”ға килегеҙ!
“Йәшмә өҫтөндәге ҡала”ға килегеҙ!

Беҙҙең Сибай ҡалаһы гүзәл ерҙә—Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан. Ә тау үҙе иһә Рәсәйҙең “йәшмәле булбауы” булып тора. Ғәрәп теленән алынған һүҙ - йәшмә менән беҙ ҡыҙыл йә төрлө төҫтәрҙән торған матур биҙәкле сыбар саҡматашты атап йөрөтәбеҙ. Ирәндеккә менгән саҡта тирә-яҡтағы тәбиғәт матурлығын ғына түгел, ә аяҡ аҫтында ятҡан ана шул таштарҙы ла күрергә мөмкин. Ул бик матур булһа ла, аҫылташтар затына кереп етмәй, ә мәрмәр кеүек, биҙәү, декоратив таштар төркөмөнә инә.

Башҡортостанда йәшмә Урал аръяғындағы Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла ерҙәрендә генә таралған. Республикабыҙҙан тыш, Көньяҡ Уралда Мейәс һәм Орск яҡтарында бар. Иң матурҙары – Орск төбәгендә. Шуныһы ҡыҙыҡлы: һәр тауға, бер урынға ғына хас йәшмә билдәле. Бер ерҙә табылғаны икенсе төбәктеке менән бер түгел.

Был тарафтарҙа йәшмәнән генә торған ҙур-ҙур тауҙар бар. Ҡалынлығы 50 – 100 метр булған йәшмә ҡатламдары хатта ер өҫтөнә сығып ята. Тәү ҡарауға йәшмә үҙенең матурлығы менән артыҡ хайран итмәһә лә, кеше ҡулы тейеү менән ул бөтә матурлығын аса, сихри буяуҙары, ҡатмарлы семәрҙәре менән уйнай башлай. Таш ҡырҡыу оҫталары уны төрлө ысул менән эшкәртеп, ысын мәғәнәһендә сәнғәт өлгөһөн тыуҙыра.

Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, ҡала халҡын һәм килгән ҡунаҡтарҙы традицион халыҡ кәсептәренә һәм хәҙерге заман сәнғәтенә йәлеп итеү маҡсатында “Йәшмә өҫтөндәге ҡала” художество-ағартыу проектын тормошҡа ашырып, күркәм күргәҙмә ойошторҙо. Уның өсөн “Йәшмә өҫтөндәге ҡала” Президент фондының мәҙәни-инициативалы грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә сувенир открыткалар йыйылмаһы (асылмалар) эшләнелде.

Шулай уҡ проектты хуплап ярҙам ҡулы һуҙған етәкселәрҙең - Н.Н. Бәҙретдиновтың (“Артель” халыҡ кәсептәре предприятиеһы), сәнғәт оҫтаханалары С.А. Чулковтың (“Каро”), С. Баскакова һәм Д. Девятовтың (“Девятов и Ко”), Д.Ю. Семенцевтың (“ArtDePri) төрлө картина, биҙәүес, һандыҡ, Башҡортостан картаһы, панно һәм башҡа әйберҙәре күргәҙмәгә ҡуйылды. Шуның өсөн уларға һәм проекттың партнеры Е.В. Органоваға (ООО “Графо и компания”) рәхмәт!

Бай, күҙҙең яуын алып торған “Ҡала өҫтөндәге йәшмә”не күрергә килеүселәр байтаҡ. Тағы ла теләктәре булғандарҙы Сибай ҡала музейында көтөп ҡалабыҙ.

Р.Н. ТЕҮӘЛБАЕВА, Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының ғилми хеҙмәткәре.

“Йәшмә өҫтөндәге ҡала”ға килегеҙ!
“Йәшмә өҫтөндәге ҡала”ға килегеҙ!
“Йәшмә өҫтөндәге ҡала”ға килегеҙ!
Автор:
Читайте нас