Йәмғиәт
25 Ноября 2024, 11:25

Башҡортостан Башлығына һорау бирегеҙ!

3 декабрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш ойошторола. Унда үҙегеҙҙең һорауығыҙҙы бирә алаһығыҙ. Быны ниндәй юлдар менән эшләй алыу тураһында тулыраҡ - сайтта һәм видеояҙмала.

3 декабрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш ойошторола. Трансляция республика телеканалдарында һәм төбәк етәксеһенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә тура эфирҙа үтәсәк.

Һорауҙы төрлө юлдар, ысул менән бирергә мөмкин:

1️. "Башҡортостан Башлығының тура бәйләнеше" телеграм-боты аша (https://t.me/AskGlavaRBbot)

2️. "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында Кире бәйләнеш платформаһы аша. Бының өсөн экрандағы QR-код буйынса күсергә кәрәк (https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/5690/)

3️. Республика Башлығы сайтындағы махсус бүлек аша: (https://glavarb.ru/rus/pl/).

Һеҙ шулай уҡ видеоһорау бирә алаһығыҙ. Видеояҙма буйынса ҡулланма "Башҡортостан" гәзитенең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә.

Был мөһим: видеоһорауҙарҙы ҡабул итеү 2 декабрҙә 19:00 сәғәттә тамамлана.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас