Йәмғиәт
25 Ноябрь 2024, 08:30

Әсәй, бөгөн һине күрҙем, тағы килдең ҡәберем янына...

"Ҡәйнәмә һәм улдарын юғалтҡан бөтә әсәйҙәргә арнайым", - тип яҙған ул.

Әсәй, бөгөн һине күрҙем, тағы килдең ҡәберем янына...Әсәй, бөгөн һине күрҙем, тағы килдең ҡәберем янына...
Әсәй, бөгөн һине күрҙем, тағы килдең ҡәберем янына...

Белорет ҡалаһынан махсус хәрби операцияла һәләк булған табип Даян Денисламовтың ҡатыны Гөлфиәнең йөрәген ярып сыҡҡан шиғыр был. Уны беҙгә ебәреп, "ҡәйнәмә һәм улдарын юғалтҡан бөтә әсәйҙәргә арнайым", - тип яҙған ул.

Әсәй, бөгөн һине күрҙем,
Тағы килдең ҡәберем янына.
Күктән төшөп, ҡосағыма алдым,
Тик йыуата алманым шул тағы ла...

Мин ишетәм, әсәй, доғаларыңды,
Хоҙайҙан ҡайтар тип ялбарғаныңды...
Туҡтат инде, зинһар, илауыңды,
Йәнем көтә һинең тынысланғаныңды...

Әсәй, мин ергә кире ҡайтмайым,
"Үлемһеҙ полк"ҡа ҡабул иттеләр,
Үҙ юлымды үҙем һайлап алдым -
Мәңгелек һалдат ғүмерен бүләк иттеләр.

Ҡапыл ғына сығып киттем,
Хушлашманым, бик ныҡ үкенәм.
Сал сәстәрең, күҙ йәштәрең өсөн
Әсәкәйем, һинән ғәфү үтенәм.

Әсәй, был донъяла яҡты эҙем ҡалды,
Күҙ-ҡарашым, ҡаным - ҡыҙҙарым,
Иҫтәлеккә һеҙгә улым үҫә -
Матурҙарым, батырым - балаларым.

Әсәй, йышыраҡ уҡы доғаларҙы,
Миңә йән тыныслығы бирегеҙ...
Иламағыҙ, ғүмер берәү генә,
Йылмайышып иҫкә алығыҙ...

Гөлфиә Денисламова.

Фото: Г. Денисламова.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас