Йәмғиәт
30 Ноябрь 2024, 13:45

Өфө - Мәскәү тиҙ йөрөшлө поезы тиҙҙән юлға сыға

Өфөнән Мәскәүгә тура тимер юл рейстарын ебәреүгә ике аҙна ҡалды!

Өфө - Мәскәү тиҙ йөрөшлө поезы тиҙҙән юлға сығаӨфө - Мәскәү тиҙ йөрөшлө поезы тиҙҙән юлға сыға
Өфө - Мәскәү тиҙ йөрөшлө поезы тиҙҙән юлға сыға

Өфөнән Мәскәүгә тура тимер юл рейстарын ебәреүгә ике аҙна ҡалды!

15 декабрҙә иртәнге сәғәт 9 сәғәт 20 минутта тиҙ йөрөшлө #049/50 поезы Өфө тимер юл станцияһынан юлға сыға.

Мәскәүгә ул икенсе көндө, 11:15 сәғәттә килеп етә.

Поезд көн аша йөрөйәсәк. Поезд составында кондиционер системалары, таҙа бәҙрәф комплекстары булған купе һәм плацкарт вагондар бар. Аҙ хәрәкәт иткән пассажирҙар өсөн урындар ҡаралған. Шулай уҡ хайуандарҙы оҙатыуһыҙ ташыу хеҙмәте бар.

Мәскәүгә барырға теләүселәр өсөн тағы бер яңылыҡ: 13 декабрҙән Силәбе - Мәскәү  #391/392 поезы ике ҡатлы вагондар менән рейстар башҡарасаҡ. Башҡортостан халҡы ошо поездан файҙалана ала. Ике ҡатлы вагондар уңайлы сәйәхәт өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған: кондиционерҙар, биотуалеттар, мобиль ҡоролмаларҙы зарядлау өсөн розеткалар.

Тимер юл транспортында халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү буйынса эш дауам итә.

#минтрансрб #ржд

https://t.me/transportbashkortostan/12291

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас