Радий Фәрит улы был турала тура бәйләнештә лә әйтте. Республика Башлығының был һүҙҙәренә ҡарата әүҙем йәмәғәтселәр ҙә фекерен белдерҙе.
- Төбәктә 25-тән ашыу төрлө-төрлө сквер, парктар асылды, биналар төҙөлдө, уларҙы, ысынлап та, барып күрге генә килеп тора. Мәҫәлән, Шишмә районында Еңеү паркы, XI-XII быуаттарға ҡағылышлы архитектура һәйкәле булған Торахан музей-комплексы, уның тарихы менән танышырға мөмкин.
Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән туристик төркөмдәр Башҡортостандың был тарихи урындарына элек тә сәйәхәт иткән, электән кешене ҡыҙыҡһындырған ошондай төбәктәр сәйәхәт өсөн уңайлы итеп төҙөкләндерелә. Ошондай урындар Мәләүез ҡалаһында ла, Бөрйән районында ла бар. Һуңғы йылдарҙа "Торатау" геопаркына ла меңәрләгән республика халҡы экскурсияға юллана.
Хәҙерге турист уңайлы мөхит ярата, шунлыҡтан глемпингтар төҙөлдө. Республика халҡы тыуған үҙенең тыуған яғының йәмен баһалай башланы, - тине журналист һәм ймәғәт эшмәкәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Шамил Вәлиев.