Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә йәш ҡатын Виктория Минаеваны Киров район суды ике айға СИЗО-ға бикләгән. Уны һигеҙ айлыҡ сабыйын асыҡтырып яфалауҙа ғәйепләйҙәр. Бынан тыш, бисараны өйҙә эт менән яңғыҙын ҡалдыралар, йәшниккә һалып, шкафта һауыт-һаба янында йә иҙәндә тоталар, табипҡа йөрөтмәйҙәр, йыуындырмайҙар...
Викторияның иренең туғаны сабыйҙы йәшниктә күргәс, был хәл тураһында билдәле була. Ә был мәлдә ирле-ҡатынлы, баланы яңғыҙ ҡалдырып, ҡаланан ҡайҙалыр китергә йыйынған була. Әгәр ҙә ваҡытында ҡот осҡос хәл асыҡланмаһа, нимә булырын күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Сабый, моғайын, үлер ине.
Тәфтиш органдары енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Викторияның ирен дә ҡулға алғандар, уға әле суд булмаған.
Шуныһы: баланың әсәһе суд алдынан адвокаттан ике эте һәм бесәйе тураһында һорашҡан, ә сабыйы тураһында - ләм-мим.
Ҡаҡ һөйәккә ҡалған баланы ваҡытлыса өләсәһе ҡарамағына ҡалдырғандар.
Сығанаҡ: https://vk.com/novostibashkiria