10 көнлөктә төбәк ҡабул итеү бүлмәһендә 27 гражданды ҡабул итеү ойошторолдо, шуларҙың алтауһы - республика балаларының һәм өлкәндәрҙең хоҡуҡтарын, именлеген, һаулығын һаҡлауға ҡағылышлы социаль әһәмиәтле тематик осрашыуҙар. Сенаторҙар, Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре республика халҡы менән шәхси ҡабул итеүҙәр үткәрҙе.
Республика Башлығы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев декада сиктәрендә граждандарҙы ҡабул итеү буйынса эштең нисек ойошторолоуын ҡараны. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә эшләгән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың проблемаларына һәм МХО яугирҙәренә, уларҙың ғаиләләренә хоҡуҡи һәм психологик ярҙам үҙәге эшенә айырыуса иғтибар бүленде.
Хәҙер Үҙәктә ҡабул итеүҙәргә ихтыяж бар, социаль-медицина гарантиялары буйынса һорауҙар менән беҙҙең республиканан ғына түгел, Рәсәйҙең 51 төбәгенән яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары мөрәжәғәт итте. Үҙәк юристары менән тығыҙ бәйләнештә психологтар төркөмө лә эшләй, улар рухи ярҙамға мохтаждарҙы оҙатып йөрөй.
Декада сиктәрендә Үҙәккә 20-нән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Депутаттар шулай уҡ республиканың бөтә ҡала һәм райондарында урындағы йәмәғәт ҡабул итеү майҙансыҡтарында граждандарҙы ҡабул итте. Улар социаль характерҙағы проблемалар менән мөрәжәғәт итте.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе белгестәре даими нигеҙҙә телефон аша консультациялар алып бара.
Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә эш дүшәмбе-йома көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем алып барыла. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(347) 226-78-28 телефоны буйынса алырға мөмкин.