Йәмғиәт
16 Декабрь 2024, 08:00

Башҡорт гимназия-интернатынан ҡыҙ юғалған, күреүселәр юҡмы?

Ул ағаһында ҡунаҡта булғандан һуң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты ятағына ҡайтып етмәгән...

Башҡорт гимназия-интернатынан ҡыҙ юғалған, күреүселәр юҡмы?Башҡорт гимназия-интернатынан ҡыҙ юғалған, күреүселәр юҡмы?
Башҡорт гимназия-интернатынан ҡыҙ юғалған, күреүселәр юҡмы?

15 йәшлек Алина Мәһәҙиева кисә, 15 декабрҙә, Өфөлә юғалған. Ҡыҙҙың  яҡындары әйтеүенсә, ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый. Ял көнө ағаһында ҡунаҡта булған. Әммә туғандарының йортонан сығып киткәндән һуң дөйөм ятағына ҡайтып етмәгән.

- Телефоны һүнгән. Ул тыныс, өй шарттарына ғына өйрәнгән ҡыҙ. Һәр саҡ бәйләнештә булды, - тип хәбәр иткән Алинаның яҡын туғаны Нәфисә “Башинформ” агентлығына.

Ҡыҙҙы эҙләүгә “Лиза Алерт” ирекмәндәре лә ҡушылған.

Алинаның билдәләре: буйы 170 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле. Оҙон ҡара куртка, ҡолаҡсынлы башлыҡ кейгән (фотолағы кеүек).

Алинаның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең барыһын да 8-347-284-66-09 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Балаҡайҙың имен-аман табылыуын, иҫән-һау булыуын теләйбеҙ. 

Сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас