Журналист, йәш яҙыусы - "Килен" повесы авторы Заһиҙә Мусина ҡыҙыҡ яңылығы менән уртаҡлашҡан. Ул өләсәһенән үҙенә ноҡот һалдырған ваҡытты видеоға төшөрөп һалған.
"Ҡасан кейәүгә сығам?"- тип өләсәйемдән ноҡот һалдырҙым әле... Арағыҙҙа ул һүрәтләгән кеше булһа, яҙһын, Яңы йылға таныштырырға Сәләхкә алып ҡайтырмын", - тигән ҡыҙ.
- Икәү төшәһегеҙ. Алыҫтаныраҡ, оҙонораҡ, ҡарараҡ кеше. Күп балалы ғаиләнән. Күмәк кеше араһында эшләй. Тиҙ буласаҡ. Яңы йылға алып ҡайтып та ҡуйырһың әле, - ти өләсәһе.
- Эй-й-й, ике аҙнананмы? - тип көлә Заһиҙә.
- Тиҙҙән осрашаһығыҙ. Әҙерлән. Сығаһың, сығаһың. Оҙаҡ уйлама, - ти өләсәһе.
Фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килеп, Заһиҙәбеҙ тиҙҙән кейәүгә сығып китһен. Бәхетле булһын был ҡыҙ!
Фото: видеонан скриншот.