Йәмғиәт
20 Декабрь 2024, 08:00

Радик Юлъяҡшин: "Күптәр минән ситләште"

Йырсы интервьюһында асыҡтан-асыҡ тормошоноң ауыр осоро тураһында һөйләгән. Уның менән һөйләшеп ултырған Башҡорт хужабикәһе шаҡ ҡатҡан: "Һинең шундай проблемаң бармы ни?" 

Радик Юлъяҡшин: "Күптәр минән ситләште"Радик Юлъяҡшин: "Күптәр минән ситләште"
Радик Юлъяҡшин: "Күптәр минән ситләште"

Юҡ-юҡ, әле йырсының тормошонда бөтәһе лә яҡшы. Ә бына бер ни тиклем элек ул Башҡорт хужабикәһенә биргән интервьюһында тормошоноң ауыр мәле тураһында һөйләгән.

Блогер ике-өс йыл элек уның карьераһындағы өҙөклөк тураһында һорағас, Радик Юлъяҡшин бының сәбәбен асыҡтан-асыҡ: "Загулял", - тип белдерә. Башҡорт хужабикәһе, ныҡ ғәжәпләнеп, был проблеманы шулай йәшермәй һөйләгән беренсе артисты осратыуын әйтә. Ул: "Һинең иҫерткес эсемлектәргә бәйле проблемаң бармы ни?" - ти.

"Уның ҡарауы, мин эргәмдәге кешеләрҙең кем икәнен белдем. Кемдер минән ситләште, кемдер янымда ҡалды, иңен ҡуйҙы. Ауыр саҡта күптәр мине бөтөрөп ташлағайны. Аҙаҡ барыһы ла һәйбәтләнгәс, ул кешеләр кире ҡайтырға теләне, әммә мин хәҙер инде уларҙы һәйбәт беләм", - тигән йырсы.

Был тормошта үҙең тураһында ла, кешеләр хаҡында ла һығымталар яһар өсөн беҙгә һынауҙар бирелә шул. Уларҙы лайыҡлы үтергә, тоғро дуҫ һәм иптәш булып ҡалырға, башҡаларҙы ла аңларға һәм ғәфү итергә лә кәрәк. Донъя был.

Сығанаҡ: Миләүшә Шәйхелисламованың видеоһы.

Фото: https://vk.com/elvingrey

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас