Йәмғиәт
24 Декабрь 2024, 14:45

20.15-тә телевизорҙы ҡабыҙабыҙ

Бөгөн, 24 декабрҙә, 20:15 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың «Комсомольская правда» гәзитенең баш мөхәррире Олеся Носоваға видеоинтервьюһын күрһәтәсәк.

20.15-тә телевизорҙы ҡабыҙабыҙ20.15-тә телевизорҙы ҡабыҙабыҙ
20.15-тә телевизорҙы ҡабыҙабыҙ

БЮТ Радий Хәбировтың “Комсомольская правда”ға биргән видеоинтервьюһын күрһәтә

Бөгөн, 24 декабрҙә, 20:15 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың «Комсомольская правда» гәзитенең баш мөхәррире Олеся Носоваға видеоинтервьюһын күрһәтәсәк.

Төбәк етәксеһе республиканың иҡтисади санкцияларҙы нисек кисереүе хаҡында һөйләйәсәк. Шулай уҡ һүҙ тышҡы иҡтисади бәйләнештәр хаҡында барасаҡ, атап әйткәндә - сит ил партнерҙарын нимә ҡыҙыҡһындыра һәм Башҡортостан уларға нимә тәҡдим итә ала.

Айырым иғтибар МХО-лағы яугирҙәр менән үҙ-ара эш итеүгә арнала. Радий Хәбиров фронтҡа сәфәрҙәре, хәрбиҙәр менән аралашыуы һәм республиканың уларға ярҙамы хаҡында һөйләйәсәк.

Бынан тыш, интервьюла Башҡортостандың мәҙәни мираҫын һаҡлау мәсьәләһе күтәреләсәк. Радий Хәбиров төбәк символдарының береһе булған Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау пландары хаҡында һөйләйәсәк һәм ни өсөн был эштең кәрәклеген һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн ниндәй аҙымдар яһалыуын аңлатасаҡ.

Һөйләшеү тәрән һәм ҡыҙыҡлы булыр тип көтөлә – ҡарағыҙ!

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас