Йәмғиәт
31 Декабрь 2024, 04:00

"27 килограмм артыҡ ауырлыҡтан ҡотолдом"

Байрамдарҙа күп ашап тағы артыҡ ауырлыҡ йыябыҙ инде хәҙер. Һуңынан нисек ябығырға белмәйбеҙ. Бына бер 105 килограмм тартҡан ҡатын-ҡыҙ үҙенең сере менән уртаҡлашҡан.

"27 килограмм артыҡ ауырлыҡтан ҡотолдом""27 килограмм артыҡ ауырлыҡтан ҡотолдом"
"27 килограмм артыҡ ауырлыҡтан ҡотолдом"

"Бер ханым күп ашауынан нимә эшләргә белмәүен яҙғайны. Иң тәүҙә иламаҫҡа. Мин дә шулай ныҡ күп ашай инем. Төнөн тороп та.

Шуға һыуытҡысҡа тәүҙә майонезлы салаттар ҡуя башланым. Колбаса, икмәк урынына шуны ашай инем. Ас ҡарынға ябай һыу эсһәң, күңел болғана ине. Шуға баллы һыу эстем.

Шунан салаттарҙы емештәрҙән эшләй башланым. Унан төнөн уянғанда баллы һыу эсә башланым.

Ике аҙнанан төнөн уянмай башланым. Иртәнсәк ашағы килмәгәс, кофе ғына эсә башланым. Әкренләп киске ашта икмәкте әҙәйттем, унан кис уны ашамай башланым. Унан ҡамыр аштары, тәм-том ашаманым.

Иң мөһиме, ҡапыл ашамай стресс эшләмәгеҙ. Әкренләп барһа, барыһы ла еңелерәк булыр.

Мин 27 килограмм ташланым. 105 килограмға барып еткән инем.

Иң тәүҙә тынысланығыҙ. Барыһы ла яҡшы булыр".

Сығанаҡ: https://vk.com/im/convo/166873706?entrypoint=list_all&w=wall-202792286_24094

Автор фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас