Йәмғиәт
12 Ғинуар 2025, 08:00

Иң тәмле бишбармаҡ ҡайҙа?

Көҙ үтеп, һуғым ваҡыттары етһә, "бишбармаҡ алыштары" башлана... Түбәндә - әбйәлилдәрсә бешереү ысулы:

Иң тәмле бишбармаҡ ҡайҙа?Иң тәмле бишбармаҡ ҡайҙа?
Иң тәмле бишбармаҡ ҡайҙа?

Ҡышҡа ҡарай һуғым һуйыла, кешеләр бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырыша башлай. Әлбиттә, был осраҡта табын түрендәге иң абруйлы аш - ул бишбармаҡ. Шуныһы, уны төрлө төбәктәрҙә төрлөсә әҙерләйҙәр. Элек эре-эре киҫәктәрҙән торған ризыҡты ҡулдары менән, күмәк ғаиләлә ҡалаҡ та етерлек булмағандыр - биш бармаҡ менән ашауҙан ҡалған атамаһы ғына гел бәхәстәр тыуҙырып тора. 

Бына был юлы ла бер төркөмдә "Әбйәлил бишбармағы" рецебын күреү менән бәхәс башланды. "Бишбармаҡ түгел был, ә туҡмас", "бишбармаҡта һалмаһы шаҡмаҡ, ромб кеүек киҫелә", "бишбармаҡҡа картуф һалырға кәрәкмәй, аштың тәмен ала"... 

Ахырҙа "Ҡыҙҙар, хужабикәләр, кем нисек бешерһә лә, атаһа ла, һәр кемдең ашы үҙенсә тәмле була" тигән фекер ҙә яңғыраны. Ысынлап та, һәр ерлектә үҙенең рецепттары, үҙенең атамалары - иң мөһиме, тәмле, туҡлыҡлы, файҙалы булһын, шулаймы?

Ә бына әбйәлилдәрҙең рецебы, бәлки, кемгәлер кәрәк булыр: 

1. Ит бешеп сыҡҡас һурпаһынан алабыҙ, иткә семтем генә тоҙ һибеп, өҫтөн таҫтамал менән ябабыҙ.
Ниңә таҫтамал менән һуң? Әгәр ҙә яңы бешеп сыҡҡан итте, кәстрүл ҡапҡасы менән япһаҡ, эҫе ит дымлана, йәме, тәме бөтә. Ит һыуынғас, үткер бысаҡ йә кухня ҡайсыһы менән шаҡмаҡлап, ауыҙға һыйырлыҡ итеп кенә турайбыҙ.

2. Һурпаны һөҙәбеҙ. Өҫтөндәге тоҙлоҡто айырым, бәләкәйерәк кәстрүлгә ҡоябыҙ ҙа, ваҡ итеп туралған башлы һуғанды ҡушып, талғын ғына утта тиҙ генә бешереп алабыҙ.

3. Бер алдыр (бәләкәй табаҡ, туҫтаҡ - автор) өсөн бер уртаса картуфты таҙартып, матур ғына итеп (ваҡ та, эре лә булмаһын) шаҡмаҡлап турап, айырым һауытта бешерәбеҙ.

4. Һөҙөлгән һурпа ҡайнап сыҡҡас, һалманы һалып бешерәбеҙ. Әҙерәк ҡара борос ҡушырға мөмкин. Ныҡ ҡыҙыу утта ҡайнатмағыҙ.

Һалма әҙерләү - өс өшә һалмаға ике йомортҡа, яҡынса өс ҡуш ус он, тоҙ, һыу ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа ярты сәғәткә ултыртып торабыҙ. Ҡалын итмәй генә йәйеп, һалманы киптерәбеҙ, был мотлаҡ. Оҙонсалап ҡырҡабыҙ.

5. Бешкән һалманы табаҡҡа (алдырға) һалабыҙ, өҫтөнә ипле генә итеп картуфты һалабыҙ, матурлап туралған ит киҫәктәре лә һикерешеп төшөп китә, иң өҫтөнә тоҙлоҡ ҡоябыҙ. Ашығыҙ ныҡ ҡуйы булмаһын. Кәрәк булһа, һурпа өҫтәгеҙ.

6. Алдыр менән өҫтәлгә ултыртабыҙ. Эргәһенә кәсә менән ағас ҡалаҡ һалабыҙ, айырым һауытта иҙелгән ҡорот мотлаҡ кәрәк. Ҡоротһоҙ ниндәй аш була ти ул!

Был рецептты тәфсирләп Әбйәлил районында тыуып үҫкән, хәҙер Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән Зөлфиә апай Әминева яҙҙы. Рәхим итеп ҡулланығыҙ!

Айһылыу Лоҡманова фотоһы. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас