Йәмғиәт
14 Ғинуар 2025, 01:00

30 тапҡыр рәхмәт!

Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр тибеҙ. Ә бына Ғилмановтар 30 тапҡыр ишетәсәк был һүҙҙе.

30 тапҡыр рәхмәт!30 тапҡыр рәхмәт!
30 тапҡыр рәхмәт!

Әбйәлил районынан Илсиә һәм Илһам Ғилмановтар үҙҙәре отҡан призды - Асҡар ауылындағы "Батыр" физкультура-һауыҡтырыу комплексыны бассейнына йөрөүгә абонементты - райондың инвалид балаларына бүләк итеп тапшырҙы.

Афарин, Ғилмановтар! Инвалид балаларға йөҙөү менән шөғөлләнеү файҙаға ғына. Бассейнға барған һайын ҡыуаныуҙары изге күңелле ғаиләгә рәхмәт булып төшөр.

Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/abzelil_102

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас