Йәмғиәт
16 Ғинуар 2025, 14:10

Ошо ирҙе эҙләйҙәр

Күреүселәр булманымы?

Ошо ирҙе эҙләйҙәрОшо ирҙе эҙләйҙәр
Ошо ирҙе эҙләйҙәр

Был атай ҡасып йөрөй

Уның балаһына бер миллион һум бурысы бар.

Мәләүездә тыуған 1987 йылғы Рөстәм Итҡоловты суд приставтары эҙләй. Ул бәлиғ булмаған балаһына бер миллион һум алиментын түләмәгән. Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтенең баш идаралығы  матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, был атай республиканан ситтә ҡасып йөрөй. Уны эҙләүгә биргәндәр.

“Ошо граждан тураһында мәғлүмәт белеүсе булһа, 8(347)2 73 56 40, 8-922 679 24 09 һандарына шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ, тип мөрәжәғәт итәләр ведомствонан.

Фото: ГУФССП России.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас