Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар , 08:00

Алданып, йәйәү ҡайтып килгән вахтасыға кем ярҙам иткәне билдәле булды

41 йәшлек яҡташыбыҙ көҙ көнө төҙөлөшкә эшкә урынлаша. Әммә уға аҡса түләмәйҙәр, һәм ул ҡайтырға сыға. Йәйәү 300 километр үтә...

Алданып, йәйәү ҡайтып килгән вахтасыға кем ярҙам иткәне билдәле булды
Алданып, йәйәү ҡайтып килгән вахтасыға кем ярҙам иткәне билдәле булды

Башҡортостандан Марс Абдуллин көҙгөһөн Сочиға төҙөлөшкә эшкә китә. Уға йәшәргә урын бирәләр, көнөнә бер тапҡыр ашаталар. Әммә эш хаҡы, хатта аванс та түләмәйҙәр. 

Шуға күрә Марс бер тин аҡсаһыҙ ҡайтырға сыға. Уға Краснодарға тиклем йәйәү барырға тура килә. Бәхетенә күрә, юлда уға үҙенең автомобилендә Ниджат исемле кеше тап була. Исеменә ҡарағанда, азербайжан ир-егете. Шәфҡәтле юлдаш яҡташыбыҙға ярҙам итә. Ашарға һатып ала, заправкалау станцияһына тиклем алып бара һәм алыҫ юлға йөрөгән яҡташтарын табырға тәҡдим итеп ҡалдырып китә. Унан алда Марстың банк картаһын, телефонын күрһәтеп видео төшөрә, миһырбанлы кешеләрҙән ярҙам итеүҙәрен үтенә һәм был яҙманы тарата.

Марс яңғыҙаҡ, балалары юҡ. Уның ярҙам итер кешеһе булмай. 

Артабан ул юлайҡан машинала Һарытауға тиклем барып етә. Ул ваҡытҡа ирҙең банк картаһына битараф булмаған кешеләрҙән байтаҡ аҡса күсә. Шунан ул Башҡортостанға тиклем машина таба ла инде. 

Ике аҙна юлда булып, бына шулай ҡайтып етә ул. Хәҙер ул Белорет ҡалаһында йәшәй. Эш табырға йыйына, әммә инде үҙебеҙҙең Башҡортостанда.

Ниджатҡа рәхмәт!

Фото: https://vk.com/myufa

Алданып, йәйәү ҡайтып килгән вахтасыға кем ярҙам иткәне билдәле булды
Алданып, йәйәү ҡайтып килгән вахтасыға кем ярҙам иткәне билдәле булды
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: