Йәмғиәт
19 Ғинуар 2025, 10:00

Ауылдан ҡыҙ юғалған

22 йәшлек ҡыҙҙы һуңғы тапҡыр 4 ноябрҙә күргәндәр. Ике ай ярым инде унан хәбәр юҡ...

Ауылдан ҡыҙ юғалғанАуылдан ҡыҙ юғалған
Ауылдан ҡыҙ юғалған

"Барс" эҙләү отряды ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, Карина Фәрүәзова (Дрыманова) Краснокама районының Иҫке Ҡайынлыҡ ауылынан. 4 ноябрҙә ул өйөнән сығып китә һәм шунан бирле унан хәбәр юҡ.

Ҡыҙҙың билдәләре: уртаса буй-һынлы, кәүҙә оҙонлоғо 168 сантиметр, сәсе ҡуйы һоро, күҙҙәре һоро төҫтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өҫтөндәге кейеме хаҡында мәғлүмәт юҡ.

Каринаны күргән кешеләрҙән 8 937 31 02 112 телефонына йә ашығыс хеҙмәттәрҙең 112 номерына шылтыратыуҙарын үтенәләр.

Фото: "Барс" отряды.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас