Үҙенең хәйриә акциялары менән билдәле ҡара күҙлек һәм битлек кейгән ҡыҙ был юлы һуҡыр Роза Ғиләжетдин ҡыҙына ярҙам итте. 1-се төркөм инвалиды Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә йәшәй. Бер күҙе бөтөнләй күрмәй, икенсеһе аҙ ғына яҡтылыҡты шәйләй. Өс операция үткәрә, табиптар Мәскәүгә барһаң, бер процент шансың бар, ти. Әммә унда дауаланыуға барырға ҡайҙан аҡса булһын, ти ул.
38 йыл үҙе дауаханала эшләп, күп кешеләргә ярҙам иткән сирле ҡатын инфаркт, инсульт, онкология үткәрә, ике тапҡыр 12, 14 көнләп реанимацияла ята. Шәкәр сире менән яфалана, күрмәгән килеш үҙенә инсулин ҡаҙай. Әле уның инсулин һала торған шприцы ла ватылған... Етмәһә һуңғы ун йылда бөтә туғандарын ерләп, япа-яңғыҙ тороп ҡала ул.
Ә миһырбанлы кешеләр ярҙамында ошондай мохтаждарға аҡса йыйып тапшырған ҡара күҙлекле һәм битлекле мосолман ҡыҙы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Ул беҙ белгәндән генә Өфөнән насар әҙәмдәр велосипедын ватҡан инвалид ир-егеткә эше өсөн кәрәк булған өс тәгәрмәсле велосипед алып бирҙе, яман шеш менән яфаланған ике йәшлек Сафияға Швейцарияла дауаланыр өсөн аҡса йыйыуҙы ойошторҙо, Самира һәм Замира Яҡшығоловаларға реабилитация үтер өсөн, ауырыу Лилиәгә дарыуҙарға киткән сығымдарын ҡапларға, Ҡыйғы районынан янғында йорттарын һәм бер балаларын юғалтҡан Аллабирҙиндар ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтте.
Фото: видеонан скриншот.