Йәмғиәт
25 Ғинуар 2025, 09:30

Һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ!

Беҙҙең республика йәштәре бына тигән, әүҙем, ижади ҡарашлы, төрлө өлкәләрҙә талантлы...

Һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ!Һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ!
Һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә республика йәштәрен Студенттар көнө менән ҡотлаған.

“Бөгөн бөтә Рәсәй студенттары, ҡыҙыу ҡышҡы сессия осоро булыуына ҡарамаҫтан, ғәҙәттәге байрамдарын – Татьяна көнөн билдәләй. Күптәребеҙ ошо күңелле һәм тапҡыр туғандашлыҡтың бер өлөшө булды һәм, вайымһыҙ студенттар осорон юҡһынып, йылылыҡ менән иҫкә төшөрәбеҙ. Йәш һәм көслө сағыңда тауҙар аҡтарырлыҡ көс тояһың. Һәм беҙ булдырҙыҡ та – уҡыныҡ та, эшләнек тә һәм хатта ғаилә ҡорорға өлгөрҙөк. Хәҙерге йәш быуынға хатта бер ни тиклем көнләшәм: улар алдында күпме мөмкинлектәр асылған! Быйыл Рәсәйҙә “Йәштәр һәм балалар” милли проекты старт алды һәм республика уға әүҙем ҡушылды. Яңы милли проектҡа ингән “Профессионалитет” федераль программаһы буйынса Башҡортостанда  урта махсус белем биреүҙе яңыртыу дауам итә: 2025 йылда республикала 19 белем биреү-производство үҙәктәре асыласаҡ, уларҙы төҙөүгә 1,62 миллиард һумлыҡ федераль субсидия йәлеп ителгән, республика бюджетынан 860 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бындай үҙәктәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында тора. Ә Радий Хәбиров башлаған колледждарҙы яңыртыу  буйынса эште 2030 йылға тиклем дауам итеүҙе планлаштырабыҙ. Башҡортостанда, тотош илдәге кеүек үк, белем биреү мөхитен камиллаштырыуға ғына түгел,  уны производство процестарына интеграциялауға ла ҙур иғтибар бирелә. 2024 йылда тәү сиратта Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Халыҡ-ара студенттар кампусын астыҡ. Унда йәштәр фән менән шөғөлләнәсәк, уҡыу һәм ижади тәжрибә менән уртаҡлашасаҡ, төрлө проекттар эшләйәсәк һәм тормошҡа ашырасаҡ. Йәштәрҙең физик үҫешенә лә ярҙам итәсәкбеҙ, был милли сәйәсәт өҫтөнлөктәренең береһе.

Былтыр йәй Башҡортостан илдең 116 вузынан дүрт меңдән ашыу спортсыны йыйған Бөтә Рәсәй универсиадаһын ҡабул итте. Республикала йәштәр сәйәсәтен камиллаштырасаҡ ”Йәштәр өсөн төбәк” федераль программаһы һәм “Йәшлек-төбәк” республика программаһы эштәрен дауам итәсәк.

Иң мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе – республикабыҙҙы йәш кешеләр өсөн ылыҡтырғыс, иғтибарҙарын йәлеп итерлек итеү, унда бәләкәй Ватан хаҡына йәшәү һәм эшләү теләген арттырыу. Бының өсөн стажировкаларҙы финанслау программаһын ойошторабыҙ һәм йәш белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртабыҙ, улар башҡа ҡалаларға һәм сит илдәргә китмәйенсә үҙҙәренең компетенцияһын үҫтерһен өсөн барыһын эшләйбеҙ. Студенттар “сессиянан сессияға тиклем күңелле йәшәй” тип иҫәпләргә күнекһәк тә, Башҡортостан йәштәре етди ирекмәндәр проекттарына әүҙем йәлеп ителгән. Быныһы ғорурланыу өсөн айырым сәбәп. Былтыр Бөтә Рәсәй “Изге эштәр төбәге” конкурсында еңеү яуланыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең республикала йәштәребеҙ бына тигән, әүҙем, ижади ҡарашлы, төрлө өлкәләрҙә талантлы. Һәм был байрам көнөндә бөтә студенттарға имтихандарын “отлично” һәм “яҡшы” билдәләренә тапшырыуҙарын, ә алдағы каникулдарҙа, яңы көс менән уҡыу һәм тыуған Башҡортостан файҙаһына хеҙмәт итеүҙәре өсөн, яҡшы ял итеүҙәрен теләйем”.  

Фото:https://vk.com/wall555400080_14057 

Һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ!
Һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ!
Һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ!
Һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ!
Һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ!
Һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ!
Һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас