Йәмғиәт
10 Февраль 2025, 10:00

Башҡортостанда енәйәт ҡылған кешене Себерҙә тотоп алғандар

Ҡунаҡҡа килгән ир енәйәт ҡылған да ҡасҡан. Уны Төмән өлкәһендә ҡулға алғандар.

Башҡортостанда енәйәт ҡылған кешене Себерҙә тотоп алғандарБашҡортостанда енәйәт ҡылған кешене Себерҙә тотоп алғандар
Башҡортостанда енәйәт ҡылған кешене Себерҙә тотоп алғандар

Эске эштәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Туймазы районында 35 һәм 36 йәшлек ирҙәр барҙа ял иткәндә тағы бер ҡунаҡ менән ыҙғыш сыға. Һуғыша башлап, 28 йәшлек ир-егет был икәүҙе ныҡ ҡына туҡмай. Һөҙөмтәлә ирҙәр дауаханаға эләгә. 

Енәйәттә ғәйепләнеүсене Себерҙә, Төмән ҡалаһында тотоп алалар. Элек тә хөкөм ителгән 28 йәшлек ир-егет ғәйебен таныған. Туймазыға туғандарына ҡунаҡҡа килгән был әҙәмгә ҡарата енәйәт эше асылған.

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас