Беҙ ошондай йөкмәткеле хат алдыҡ:
"Һаумыһығыҙ редакция хеҙмәткәрҙәре! Мин Баймаҡ районының Ярат ауылы китапханасыһы Зифа Әхмәтхан ҡыҙы Аҡһарина булам. Һеҙгә 90 йәшлек Әнүәр ағай Мырҙабулатовтың һорауы буйынса мөрәжәғәт итәм. Уның "Башҡортостан" гәзитендә 1993 йылда бергә фотоға төшкән апайҙарҙың хәлдәрен белгеһе килә".
Гәзит битендәге яҙманан күренеүенсә, ул ваҡытта потребителдәр йәмғиәттәре вәкилдәренең I Республика йыйылышы була. Шул сарала Баймаҡ районының Этҡол сельпоһы рәйесе Әнүәр Мырҙабулатов Тәтешле районының Ҡоҙаш магазины һатыусыһы Рәүиә (бәлки, Рәүиләлер - гәзиттең бөкләнгән ере асыҡ күренмәй) Шакирова һәм Балаҡатайҙағы магазин һатыусыһы Фәнзирә Хәлилова менән фотоға төшкән, был хаҡта "Башҡортостан" гәзитенең 1993 йылғы 29 ғинуар һанында хәбәр баҫылған.
Күрәһең, Әнүәр ағай шул гәзитте ҡәҙерләп һаҡлай. Һәм ул көндәрҙе хәтеренә төшөрөп, ул саҡтағы хеҙмәттәштәренең хәлен, яҙмышын белгеһе киләлер.
Әгәр ҙә ошо фотолағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы белһәгеҙ, улар тураһында бер аҙ мәғлүмәт яҙһағыҙ ине. Әнүәр бабайға был хаҡта белгертеп, тынысландырып ҡуяйыҡ. Күмәк тырышлыҡ менән был эште атҡара алырбыҙ тип ышанабыҙ.
Фото: Ә. Мырҙабулатов архивынан.