Йәмғиәт
14 Февраль 2025, 10:30

Бер миллион һум ота алалар

2025 йылда приз фонды 475 миллион һум тәшкил итә.

Бер миллион һум ота алаларБер миллион һум ота алалар
Бер миллион һум ота алалар

Беренселәр хәрәкәте Беренсел бүлексәләр конкурсының яңы миҙгелен башлай. Уҡыусыларҙан һәм остаздарҙан торған командалар төрлө төбәктәрҙә йәштәр өсөн файҙалы проекттар тәҡдим итәсәк.

Быйыл тәүге тапҡыр дүрт мең беренсел бүлексә еңеүсе һәм призер буласаҡ, биш лидер берәр миллион һум премия аласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы конкурста ҡатнашыу буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора. 2024 йылда унда 159 беренсел бүлексә ҡатнаша, уларҙың 36-һы еңеүсе була һәм проекттарҙы, шулай уҡ уҡыусыларҙың башланғыстарын тормошҡа ашырыуға һәм яҡлауға 200 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡса ала.

Хәрәкәттең беренсел бүлексәләре һаны буйынса Башҡортостан да алдынғы урындарҙың береһен биләй.

2025 йылда приз фонды 475 миллион һум тәшкил итә. Беҙ бөтә Рәсәй буйынса ике мең бүлексәне аҡсалата приздар менән билдәләйәсәкбеҙ. Иң күп балл йыйған биш бүлексә бер миллион һум күләмендә приз аласаҡ. Ҡалғандар балл һанына ҡарап 500, 300 һәм 200 мең һум ярҙам аласаҡ, – тип билдәләне Беренселәр хәрәкәте идараһы рәйесе Артур Орлов.

2024 йылда Беренселәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе республика беренсел бүлексәләр конкурсын уҙғарҙы, уның йомғаҡтары буйынса 400-гә яҡын ойошма биҙәү өсөн йыйылмалар алды.

Конкурста хәрәкәттең һәр беренсел бүлеге командалары ҡатнаша ала, уларға кәм тигәндә бер остаз һәм биш "беренсе" инергә тейеш.

- Беренсел бүлексәләр конкурсы - ул Беренселәрҙең киңлеген үҫтереү мөмкинлеге генә түгел, ә проект эшмәкәрлегендә башланғыстарға булышлыҡ итеү ҙә. Яңы миҙгелде түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, ул беҙгә үҫешергә ярҙам итер һәм тағы ла күберәк башланғыстар һәм идеялар килтерер, тип ышанабыҙ, – тине Беренселәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Рәнис Хәсәнов.

Ғаризаны 11 мартҡа тиклем бирергә мөмкин. Командалар Хәрәкәт йүнәлештәре буйынса эшмәкәрлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө заданиеларҙы үтәйәсәк. Төп этап 16 июнгә тиклем дауам итәсәк һәм өс задание блогынан торасаҡ. Финал этабында командалар 2025 йылдың аҙағына тиклем команданы үҫтереү планын тәҡдим итә.

Конкурстың дөйөм рейтингын етәкләгән ике мең беренсел бүлексә еңеүсе була - улар 200 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡсалата приз аласаҡ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, тәүге биш урынды яулаусылар тәүге тапҡыр үҙ проекттарын үҫтереүгә бер миллион һум аласаҡ. Тағы ла ике мең беренсел бүлексә командаһы призер була. Конкурста ҡатнашыу өсөн Беренселәр хәрәкәте сайтында теркәлергә кәрәк: первичка.будьвдвижении.рф.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас