4 мартта Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында төбәк Башлығы Радий Хәбиров йыл һайын үткәрелгән "Бәләкәй принцессалар балы"нда ҡатнашты. Был - сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар өсөн хәйриә сараһы.
Байрамға бөтә республиканан бөтәһе 286 бала, шул иҫәптән балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән балалар килде.
Йәш принцессаларҙы театр фойеһында әкиәт персонаждары һәм ҡурсаҡтар сәләмләне. Артабан ҡыҙҙарҙы бай программа-ижади күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, фотозоналар һәм байрам балы көтә ине.
***
Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусы йәш ҡыҙҙарҙы, уларҙың ата-әсәләрен сәләмләне һәм яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.
- Беҙҙең бәләкәй принцессалар - иң матурҙары, аҡыллылары һәм көслөләре. Һеҙ, ниндәй генә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, һоҡланғыс ҡыҙҙар булып ҡалаһығыҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. - Ата-әсәләрегеҙгә айырым рәхмәт һүҙҙәре әйтегеҙ, улар һеҙҙе һәр секунд һайын ҡайғырта. Хөрмәтле әсәйҙәр, минән һәм ҡатынымдан 8 Март яҡынлашыуы менән йылы ҡотлауҙар ҡабул итегеҙ. Атайҙарығыҙға ла рәхмәт әйтәм. Беләм, бында атай-әсәйҙәре махсус хәрби операцияла булған бәләкәй принцессалар бар. Уларға ҙур сәләм тапшырығыҙ! Улар өсөн доға ҡылабыҙ һәм тиҙ арала өйҙәренә ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ теләйем, барығыҙ ҙа яҡшы уҡығыҙ. Һәм иң мөһиме – бөтә хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын.
Ҡотлауҙарға «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ҡушылды.
- Бөгөн байрамда ҡатнашыусылар өсөн дә, йәш принцессаларға яҡшы, рәхәт булһын өсөн иң күңелле сюрприздар эшләп, был балды әҙерләүселәр өсөн дә мөғжизәле көн, – тине Каринэ Хәбирова. - Барығыҙға ла тормошта шатлыҡлы мәлдәр кисереүегеҙҙе һәм мөғжизәләргә ышаныуығыҙҙы туҡтатмауығыҙҙы теләйем. Һәр ваҡыт матур, бәхетле булығыҙ, йылмайып тороғоҙ.
«Том Сойер» спектаклен ҡарағандан һуң "Бәләкәй принцессалар балы"нда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бүләктәр алды.
***
Радий Хәбиров шулай уҡ байрам балын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән бағыусылар менән осрашты. Төбәк етәксеһе уларға ярҙамдары һәм даими нигеҙҙә алып барылған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
***
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Өфөләге байрамдың республиканың барлыҡ муниципалитеттары өсөн өлгө булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Был - бик мөһим сара. Беҙ Өфөлә төп балды үткәрәбеҙ, ләкин муниципалитет башлыҡтарынан ошо көндәрҙә республикала ҡыҙҙар өсөн ошондай уҡ байрамдар ойоштороуҙарын һорайбыҙ. Төп бурыс - инвалид балаларҙы әүҙем тормошҡа йәлеп итеү, уларға бит еңел түгел. Беҙ уларҙы яратыуыбыҙҙы һәм улар менән бергә булыуыбыҙҙы күрһәтергә, йылы һүҙҙәр әйтергә тейешбеҙ. Бөгөн әсәйҙәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Балаһы ауырыған ҡатындың иңенә ниндәй йөк төшкәнен күҙ алдына килтерегеҙ. Улар ғына был ауырлыҡты аңлай, - тине Радий Хәбиров. - Был балды ойоштороуҙы финанслаған бағыусыларға ҙур рәхмәт. Ҡыҙҙарҙы һәм әсәйҙәрҙе һөйөндөргән, уларға ҡарата шундай иғтибар һәм ихтирам күрһәткән матурлыҡ салондарына ҙур рәхмәт. Бында атай-әсәйҙәре махсус хәрби операцияла булған балалар күп. Һәм беҙ уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә тейешбеҙ. Тап шуға күрә беҙ "Аксаков шыршыһы"н, "Бәләкәй принцессалар балы"н үткәрәбеҙ, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән малайҙарҙы "Патриот" паркында йыябыҙ. Бындай саралар дәүләт эшмәкәрлеге йәһәтенән бик мөһим.
Фото: glavarb.ru